Башҡортостанда эшләп тә Сколково шарттарында. Килешеүгә ярашлы, төбәк компаниялары яңы технологиялар эшләү һәм коммерциялаштырыу үҙәген үҫтереү фонды резиденттары буласаҡ. Ә ул инде үҙ сиратында шаҡтай ташламалар бирә.
Компаниялар үҙ асыштары һәм башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн грант алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Уның күләме өс йөҙ миллион һумға тиклем барып етә. Бынан тыш, һалым өлкәһендә лә ташламалар ҡаралған. Ҡайһы берҙәренән резиденттар тулаһынса азат ителә.
«Сколково» инновация фондының төбәк операторы Зәки Вәлиди урамының 32/2 йортонда урынлашасаҡ. Килешеү иһә киләһе йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә. Был Башҡортостан компанияларына сәнәғәт гиганттары менән хеҙмәттәшлек итеү, ҙур баҙарға, экспортҡа сығыу өсөн оло юл.





