Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 8 тоннаға яҡын ҡалдыҡ Благовещен һәм Өфө урмансылығы биләмәһенә, Ҡаҙмышлы йылғаһына аҡҡан. Тәбиғәт объекттарына килтерелгән зыян 44 миллион һум менән баһалана.
Тәфтиш комитеты тарафынан ойошторолған тикшереү барышында асыҡланыуынса, резервуарҙағы етешһеҙлектәр ваҡытында төҙөкләндерелмәгән, шунлыҡтан бысраҡ һыу йыйылған ҡоролма сафтан сыҡҡан.




