Стәрлетамаҡта ҡомарлы уйын ойоштороусылар ҡулға алынды

Йәшерен казино өс йыл эшләп килгән. Уны 10 кеше хеҙмәтләндергән. Улар администратор, кассир, крупье һәм һаҡсы булып эшләгән.

Фото №1 - Стәрлетамаҡта ҡомарлы уйын ойоштороусылар ҡулға алынды

Йәшерен казино бейек кәртәле затлы коттеджда урынлашҡан. Уйын үҙәгенә һыналған кешеләр генә үтә алған. Тәртип һаҡсылары осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙатты. Ҡомарлы уйындарҙы ойоштороусы 42 йәшлек ир һәм уның ярҙамсылары һаҡ аҫтына алынды.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса ЭЭМ-ның матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Оператив тәфтиш төркөмө 10 покер өҫтәле, рулетка өҫтәле һәм 60-тан ашыу уйын автоматын асыҡланы. Ошо уҡ көндө ғәйепләнеүселәрҙең йәшәгән ерҙәре һәм йәшерен казино урынлашыу ихтималлығы булған башҡа бер нисә урында тентеү үтте”.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ