Кушнаренко районында урынлашҡан “Якорь” баҡсасылар ширҡәтендә ике ҡатлы йорт янған. Ут һүндерелгәндән һуң, 9 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Асыҡланыуынса, инвалид бала өйҙә яңғыҙ ҡалған. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Телефоны: 112. Элемтәгә инеү бушлай.




