Үткән аҙнала Башҡортостанда 100-ҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 123 кеше йәрәхәтләнгән. Был турала Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.
Йыл аҙағына тиклем республика юлдарында камералар һаны 527-гә арта. 2024 йылға тиклем Башҡортостанда аварияла һәләк булғандар һаны өс тапҡыр кәмергә тейеш.




