«Рассвет» баҡсасылары үҙҙәренең ширҡәт рәйесенән алданған

Баҡсасылар түләгән аҡса ҡайҙа? «Рассвет» баҡсасылар ширҡәте ағзалары үҙ рәйестәренән ошо һорауға яуап талап итә. Улар фекеренсә, иғәнәләр йыл һайын түләнеп бара. Әммә баҡсала инфрастуктура үҫтерелмәй. Яҡтар бәхәсен БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Фото №1 - «Рассвет» баҡсасылары үҙҙәренең ширҡәт рәйесенән алданған

Юл беҙҙең иғәнә аҡсаларын ҡайҙа иттегеҙ тигән һорау өсөн бикләнгән. Коммерция булмаған баҡсасылар ширҡәте бер-нисә ай дауамында баҡсасыларҙың һорауҙарын яуапһыҙ ҡалдыра.

Дүрт айҙан ашыу ваҡыт үтһә лә, отчет һаман да бирелмәгән. Чесноковка тауында урынлашҡан Загорный ҡасабаһында «Рассвет» баҡсасылар ширҡәтендә етмешләгән участок иҫәпләнә. Быйыл ғына кассаға ярты миллион һумдан ашыу аҡса индерелде, ти баҡсасылар һүҙҙәрен рәсми түләү ҡағыҙҙары менән дә раҫлайҙар.

«Рассвет» баҡсасылар ширҡәтендә тороусылар 6 мең һум күләмендә йыйылған иғәнәләр ниндәй маҡсатта тотонолоуы хаҡында рәйестән отчет талап итә. Ләкин бер ниндәй ҙә һөҙөмтәһеҙ. Бер төркөм халыҡ баҡсасылар рәйескә бөтөнләй ышанысын юғалтҡан.

Баҡсасылар ширҡәте рәйесе Андрей Сафоновский. Ул бында 2015 йылда ер һатып алған, ә 2017 йылда рәйес булған. Үҙенең фекерен ул беҙгә телефон аша еткерҙе.

Андрей Сафоновский, баҡсасылар ширҡәте рәйесе: Ревизия комиссияһы булды, отчеттар бирелде. Был кешеләр һеҙгә дөрөҫөн һөйләмәй. Улар провакаторҙар. Һеҙ үҙ фекерегеҙҙе камера алдында әйтмәҫһегеҙме? Юҡ, әйтмәйем, бөтәһен дә суд аша хәл итәсәкбеҙ”.

Әгәр ҙә отчет биреү мотлаҡ икән, ни өсөн ул беҙҙең менән осрашып финанс документын күрһәтергә теләмәне. Был һорау әлегә асыҡ ҡала. Ләкин «Рассвет» баҡсасылар ширҡәтендә торған граждандар бының менән генә туҡталырға теләмәй, улар үҙ аҡсаларының ниндәй маҡсатта ҡулланылғанына суд аша булһа яуап алырға өмөтләнә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ