Өфөнөң Инорс биҫтәһендә енәйәтселек байтаҡҡа кәмегән

Был күренеш урамдарҙы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡорамалдары урынлаштырыу , өҫтәмә полиция пункттары асыу һәм патрулдәр ойоштороу һөҙөмтәһе, тине Радий Хәбиров Рәсәй эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары, генерал-полковник Александр Горовой менән осрашыуҙа.

Фото №1 - Өфөнөң Инорс биҫтәһендә енәйәтселек байтаҡҡа кәмегән

Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ялған алкоголь эсемлектәр, йәмәғәт урындарында тәртип урынлаштырыу буйынса башланған эштәр яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Александр Горовой полицияға күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Конструктив хеҙмәттәшлек барлыҡҡа килгән мәсьәләләрҙе оператив рәүештә хәл итеү мөмкинлеге бирә. Артабан да һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә өмөт итәбеҙ, тине генерал-полковник.

Автор: Айнур Кәбиров.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ