Өфөлә юғалған балаларҙың яҙмышына ҡағылышлы йән өшөткөс мәғлүмәттәр асыҡлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ өс көн элек 37 йәшлек ир 8 һәм 5 йәшендәге ике улын алып өйөнән сығып китә. Уның автомобиле Өфө йылғаһы ярында табылды. Малайҙарҙың әсәһе хәтәр фараз ҡора. Иренең балаларының ғүмерен ҡыйырға әҙер булыуын да билдәләй.
Эльмира Мазанованың тауышы ҡалтырай. Һөйөклө малайҙары өсөнсө тәүлек өйҙә юҡ. 8 йәшлек Илья бөгөн дзюдо түңәрәгенә барырыға тейеш ине, ә 5 йәшлек Славаның мәктәпкә әҙерлеге. Әсә нимә уйларға ла белмәй. Тормош иптәшен ҡот осҡос хата эшләргә лә һәләтле тип иҫәпләй.
Артемий Мазов өйөнән балаларын алып ҡатыны менән тиргәшкәндән һуң сығып киткән. Тәфтишселәргә уның магазиндан оҙон бау һатып алыуы ла билдәле. Ирҙең автомобиле Өфө йылғаһы ярында табылған. Машина «Гастелло» стадионы янындағы ағаслыҡта булған.
Тәфтиш комитеты идаралығы Өфөлә ике балаһы менән ирҙең юғалыу осрағы буйынса «Ике һәм унан күберәк кешене үлтереү» статьяһы нигеҙендә енәйәт эше асты. Әле тәфтишселәр һәм криминалист-тәфтишселәр полиция менән берлектә юғалыусыларҙың урынын, уларҙың юҡ булыу шарттарын асыҡлау буйынса саралар күрә. Ғаиләнең яҡындары, туғандарынан һорау алына.
Өфөнөң Калинин районында йәшәүсе Артем Мазов менән уның улдарын эҙләү дауам итә. Тәфтишселәргә ярҙамға ҡотҡарыусылар, полиция һәм ирекмәндәр йәлеп ителгән.




