Радий Хәбиров Рәсәй губернаторҙары Милли рейтингының тәүге төркөмөнә ингән

Илдең иң яҡшы 25 губернаторы исемлегендә Башҡортостан Башлығы 14-се урынды биләй. Сентябрь-октябрь айҙарында Рәсәй субъекттары етәкселәрен баһалаусы тикшереү һөҙөмтәләрен «Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге тәҡдим иткән. «Милли рейтинг» һөҙөмтәләре эксперт йәмғиәте вәкилдәре менән уҙғарылған анкеталар нигеҙендә төҙөлгән.

Фото №1 - Радий Хәбиров Рәсәй губернаторҙары Милли рейтингының тәүге төркөмөнә ингән

Юғары рейтинглы губернаторҙар исемлеген Төмән өлкәһе губернаторы Александр Моор аса. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Артюхов менән Тула өлкәһе губернаторы Алексей Дюмин.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ