Өфөлә бынан бер нисә көн элек юғалған ике малай менән уларҙың атаһын эҙләү дауам итә

Шишәмбе Артем Мазовтың машинаһы Өфө йылғаһы ярында табылғайны. Бөгөн ғаиләне эҙләүгә водолаздар ҙа ҡушылған.

Фото №1 - Өфөлә бынан бер нисә көн элек юғалған ике малай менән уларҙың атаһын эҙләү дауам итә

Улар Өфө йылғаһында һәм яр буйындағы хәүефле урындарҙы тикшерә. Малайҙарҙың әсәһе әйтеүенсә, уның тормош иптәше ҡурҡыныс аҙымға барырға ла һәләтле. Осраҡ буйынсаТәфтиш комитеты идаралығы «Ике һәм унан күберәк кешене үлтереү» статьяһы нигеҙендә енәйәт эше асҡан.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ