Нефтекамала ғаилә газ менән ағыуланған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Нефтекамала газға ағыуланған ғаилә ағзалары үҙәк ҡала дауаханаһының реанимация бүлегендә ҡала.

Фото №1 - Нефтекамала ғаилә газ менән ағыуланған

Уларҙың икәүһенең, шул иҫәптән бер баланың хәле ауыр тип билдәләнә, пациенттар яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған. Тағы ла бер өлкән ғаилә ағзаһы һәм баланың хәле уртаса ауырлыҡта. Ведомствонан белдереүҙәренсә, уларҙың хәлен еңеләйтеү өсөн барлыҡ саралар ҙа күрелә.

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы белгестәре менән консультациялар ҙа уҙғарылған. Ҡыҙғанысҡа, табиптар ағыуланған ике баланың әсәләренең ғүмерен ҡотҡарып ҡала алмай. Һәләк булған ҡатынға ни бары 33 йәш.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ