Уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 14-е йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итәләр Республика автоинспекцияһынан.
Водителдәргә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Һалҡынайтыуға, ҡар яуыуға бәйле юлдарҙа авария хәүефе арта. Әле Башҡортостанда федераль һәм төбәк трассаларында 400-гә яҡын таҙартыу техникаһы эшләй.




