Форд-Транзит микроавтобусы водителе идара итеүҙе юғалтып, юлдан ситкә сығып оса. Салонда 8 кеше булған, уларҙың бишәүһе дауаханаға оҙатылған.
Уҙған көн республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән. Ике кеше һәләк булған, ун дүрт кеше дауаханаға эләккән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле, водителдәрҙе юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.




