Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә үтәсәк кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре тикшерелә.
Президиум ултырышы алдынан федераль министрҙар һәм субъект етәкселәре өсөн беренсел медицина звеноһын үҫтереүгә һәм мотлаҡ медицина страховкаһы сығымдарын оптимәлләштереүгә йүнәлтелгән семинар ойошторолдо.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика Башлығының «Сентябрь» указында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы, шул иҫәптән милли проекттың маҡсатлы күрһәткестәрен синхронлаштырған амбициялы бурыстар ҡуйылғайны.
Атап әйткәндә, Республика кардиология үҙәгенең яңы корпусы, балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, Затон биҫтәһендә күп функциялы дауахана комплексы, ике бала табыу йорто, 12 поликлиника, өс ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, 167 фельдшер-акушерлыҡ пунктары һәм башҡа объекттар төҙөү күҙаллана.





