Микроавтобустың легаль булмаған пассажир ташыусы – эшҡыуар Саломатцевтыҡы булыуы асыҡланған. Шуға ла зыян күреүсе пассажирҙар страховка түләүҙәре ала алмаясаҡ.
Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 1 августан республиканың барлыҡ райондары ла Өфөгә даими автобус маршруттары менән тәьмин ителергә тейеш ине. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, «Фордтранзит» водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып ауған. Аварияла 5 кеше зыян күргән, улар Бөрө үҙәк район дауаханаһына оҙатылған.




