Фажиғә бөгөн төндә Үрге Тәтешле ауылында булған. Шәхси йорт янған. Утты һүндергәндән һуң 29 йәшлек ҡатын, 8 һәм 2 йәшлек балаларҙың кәүҙәләре табылған. Өс ир йәрәхәттәр алған.
Әле янғын сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.




