3 ноябрҙән 4-нә ҡарай төндә «Ватан»этнопаркы амфитеатры майҙанында бер-нисә водитель дрифт ойоштора. Видеокүҙәтеү камералары биләмәлә тәртип боҙған дифтер-вандалдарҙы теркәгән. Һөҙөмтәлә плитәләр, газондар, ямғыр һыуҙары канализацияһының декоратив рәшәткәләре емерелә.
Амфитеарҙа һәм «Торатау» конгресс-холы биләмәһендә йәмәғәт тәртибен боҙоу факттары хаҡында полиция хеҙмәте хәбәрҙар.Тәртип боҙоусыларҙың береһен Өфөнөң юл-патруль инспекторҙары ҡулға алған. Баш ҡала колледждарының береһендә белем алған 20 йәшлек студент «Деу-Нексия»машинаһында газондарҙы боҙған. Юл инспекторҙары ваҡиғала ҡатнашҡан башҡа водителдәрҙе асыҡлай.
Әлеге ваҡытта драйфта ҡатнашҡан тәртип боҙоусылар асыҡлана, улар күрһәткән матди зыян күләме иҫәпләнә, уларҙы иҫәпләгәндән һуң ғәйеплеләргә тейешле яза биреләсәк.




