Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылында янғында 46 йәшлек ир һәләк була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, ут тәмәке төпсөгөнән сыҡҡан.
Илеш районы Баҙытамаҡ ауылында янған ағас йортто һүндергәндә 62 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Урында тикшереү эштәре алып барыла, янғын сәбәбе асыҡлана.




