Өфөлә янғында 11 кеше, шул иҫәптән 6 бала зыян күргән

Улар һөрөм еҫенән ағыуланып, медицина ярҙамына мохтаж була. Билдәле булыуынса, бөгөн көндөҙ Николай Дмитриев урамында урынлашҡан торлаҡтың алтынсы ҡаты коридорын ут ялмап ала.

Фото №1 - Өфөлә янғында 11 кеше, шул иҫәптән 6 бала зыян күргән

Янғын һүндереүселәргә автокран ҡулланып, фатир хужаларын эвакуцияларға тура килә. Һәләк булыусылар юҡ. Ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы оператив штаб ойоштора. Хоҡуҡ һағындағылар, «Тиҙ ярҙам» хеҙмәте саҡырыла.

Илдан Шәрипов, Өфөнөң 8-се янғын һүндереү часы етәксеһе урынбаҫары: “Ун өс машина килде, шәхси составта утыҙ кеше. Төтөн көслө ине, бөтә кешеләрҙе эвакуцияланыҡ, унан һуң утыҙ минут эсендә утты һүндерҙек”.

Әлегә яуаплы органдар янғын сәбәбен асыҡлай. Алтынсы ҡатта йәшәүселәр билдәләүенсә, фатир хужаларының береһе коридорҙа иҫке-моҫҡо әйберҙәр, мебель һаҡлаған. Фараз буйынса, утҡа һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө сәбәпсе булыуы ихтимал.

Анна Филиппова, фатир хужаһы: “Беҙҙең ҡатта эсергә яратыусылар бар, уларҙың береһе тәмәке тартып – ут сығарғандыр тип уйлайбыҙ. Быға тиклем коридорҙа иҫке диван, таҡталар ятыуға бәйле, торлаҡ-файҙаланыу участкаһына, участковыйға ла мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ. Янғын сығыр тип хафаландыҡ. Бәлә оҙаҡ көттөрмәне”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ