Тәтешле районында янғын фажиғәһендә һәләк булғандарҙың туғандары ярҙам һорап мөрәжәғәт итә

Башҡортостанда 5 ноябрь таңға ҡарай сыҡҡан янғында ике балаһы менән йәш әсә һәләк булған Ҡадировтар ғаиләһенә ярҙам ойоштороу иғлан ителде. Әлеге ваҡытта янғында иҫән ҡалған ғаилә башлығы Илшат менән 5 йәшлек ҡыҙҙары Алиса Өфөнөң тән бешеүен дауалау үҙәгенә урынлаштырылған.

Фото №1 - Тәтешле районында янғын фажиғәһендә һәләк булғандарҙың туғандары ярҙам һорап мөрәжәғәт итә

Баланың хәле яҡшы, атай кеше реанимацияла, табиптар уның хәленә бәйле бер ниндәй ҙә фараз бирмәй. Ғаиләгә ярҙам итеү тураһында мөрәжәғәт Тәтешле районы хакимиәте сайтында урынлаштырылған. Ошонда уҡ аҡса күсерелергә тейешле банк реквизиттары ла ҡуйылған. Йәшәүгә бер сараһыҙ тороп ҡалған Ҡадировтарға ярҙам итергә теләүселәр аҡсаны экрандағы иҫәп буйынса күсерә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ