Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Тулы текст менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.
“Беҙ бер аҙнанан матур күперҙе файҙаланыуға тапшырабыҙ. Иҫке ағас күпер авария хәлендә. Уның аша йөрөү хәүефле. Миңә Башҡортостанда яраҡһыҙ күперҙәр күп булыуы тураһында яҙыуығыҙҙы һиҙеп торам. Проблемалы күперҙәр хаҡында беләм. Улар бөтә райондарҙа ла бар тиерлек. Республикала күперҙәрҙе төҙөкләндереү программаһы булдырылған. Ул 2024 йылға тиклем иҫәпләнә. Быйыл 28 күпер ремонтлана, 12-һе яңыртыла. План буйынса Башҡортостандағы бөтә күперҙәр тәртипкә килтереләсәк”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.





