Радий Хәбиров мәғлүмәт сараларында телгә алыныу буйынса ил губернаторҙары араһында өсөнсө

Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре араһында беренсе урынды биләй "Медиалогия" агентлығы төҙөгән мәғлүмәттәргә ярашлы, октябрҙә Радий Хәбировтың исеме киң мәғлүмәт сараларында 11,9 мең тапҡыр телгә алынған.

Фото №1 - Радий Хәбиров мәғлүмәт сараларында телгә алыныу буйынса ил губернаторҙары араһында өсөнсө

Федераль рейтингта Башҡортостан Башлығынан Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов менән Мәскәү мэры Сергей Собянин ғына алда бара. Волга буйы федераль округында октябрь айы лидерҙары исемлеген Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов етәкләй.

Ай дауамында мәғлүмәт саралары иғтибарын йәлеп иткән ваҡиғалар араһында Радий Хәбировтың яңы Хөкүмәт составын иғлан итеүе, Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотлауы, "Полиэф" заводындағы ғәҙәттән тыш хәл буйынса күрелгән саралар һәм яңы йыл каникулында спиртлы эсемлектәрҙе сикләү тәҡдиме атала.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ