Тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы Благовещен районындағы һыу ятҡылығына ҡалдыҡтарҙы ағыҙыу осрағы буйынса тикшереү уҙғарҙы. Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыян күләме 9 миллион һум күләмендә баһаланды. Прокурор тикшереүе һөҙөмтәһендә предприятие закон һәм билдәләнгән тәртиптәрҙе боҙоуҙа ғәйепле тип табылды.
Заводтың 12 хеҙмәткәре яуаплылыҡҡа тарттырылды. Бынан тыш 9 октябрҙә "Полиэф" предприятиеһы биләмәһендә урынлашҡан бетон резервуар ватылып тирә яҡҡа таҙартылмаған 8 тонна ҡалдыҡтар түгелде. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Экологияға килтерелгән зыян күләмен яҡынса 44 миллион һум күләмендә баһалана.




