Өфөнөң “Ватан” этнопаркында машинала уҙышҡан водителдәргә штраф түләргә тура килә. Был хаҡта Өфө мэрияһынан хәбәр итәләр. Ноябрь башында бер нисә кеше амфитеатр майҙанына үтеп инә һәм автомбилдәрҙә ярыш ойоштора. Улар газондарҙы тапай, ҡоролмаларҙы йәнсетә. Хоҡуҡ боҙоусыларҙың ғәмәлен видеокамералар теркәгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре вандалдарҙың шәхесен асыҡлаған. Водителдәр 3 миллион һумдан ашыу зыян килтергән.
Нурлан Ғәниев дәүләт милкенә ҡул һыҙыусылар тураһында фәнни хеҙмәт яҙған. Вандаллыҡ ҡылыусылар көҙ һәм ҡыш йыш күҙәтелә, ти ғалим.
Белгестәр вандаллыҡ осраҡтарын булдырмау маҡсатында видеокамераларҙы арттырырға һәм һаҡ урынлаштырырға тәҡдим итә. Хоҡуҡ боҙоусыларҙы ҡаты язаға тарттырыуҙы хуплаусылар ҙа бар.




