Социаль селтәрҙә Стәрлетамаҡта морг бинаһында етештереү цехы асылыуы тураһында яҙма донъя күргәйне. Уның авторы ҡалала йәшәүсе - Зарема Акунаева. “Был фейк” тип белдергән балалар дауаханаһы баш табибы Борис Шәрипов. Ул хатта видеояҙма ла төшөргән.
Унан күренеүенсә, билмән цехы ҡуртымға алынған тимер юл дауаханаһы бинаһында урынлашҡан. “Предприятие 2011 йылда уҡ асылғайны”, тип аңлатма биргән Борис Шәрипов.




