Ялан өҫтөнән вертолет осоп йөрөүен һәм атыу тауыштары ишетелеүен урында йәшәүселәр хәбәр иткән. Белорус-Александровка менән Успенка ауылдары араһында теркәлгән ваҡиға урынына Рәсәй гвардияһы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре юллана.
Вертолет ултырған ерҙә инспекторҙар тағылма менән ике автомобилгә тап була. Кузовта атылған ҡабан түшкәһе ла барлығы асыҡлана. Вертолет салонында ике карабин ятҡан була. Әле тикшереү эше дауам итә,өс һунарсыға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу осрағы буйынса протокол төҙөлгән.
Ведомство инспекторҙары һунарҙа хайуандарҙы эҙрәлекләү өсөн транспорт саралары ҡулланыу тыйылыуы хаҡында иҫкәртә. Автомобиль, мотцикл, квадроцикл, ҡаргиҙәр, моторлы кәмәләр, осоу аппараттары ла закондан тыш һанала. Бынан тыш, атыу ҡоралы ла махсус һауыттарҙа һәм яһалмаған килеш йөрөтөлөргә тейеш.
Ҡырағай хайуандарҙы аулау өлкәһендә тәртип урынлаштырыу тураһында Радий Хәбиров белдергәйне. Тәүҙә ҡаҙылма байлыҡтар менән хәлде көйләйәсәкбеҙ, һуңынан урман сәнәғәтендә һәм хайуандар донъяһында тәртип урынлаштырыласаҡ тигәйне.




