Башҡортостан милли спорт премияһына дәғүә итә

Премия Рәсәй хөкүмәте тарафынан спортсылар, тренерҙар һәм был өлкәләге белгестәрҙең һөнәри эшмәкәрлеген дәртләндереү өсөн булдырылған. Быйыл наградаға дәғүә итеүселәр араһында беҙҙең республиканан тыш, Краснодар һәм Красноярск крайҙары бар.

Фото №1 - Башҡортостан милли спорт премияһына дәғүә итә

Бөгөндән Милли спорт премияһының рәсми сайтында тауыш биреү башлана. Унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. “Рәсәйҙең спорт обьекты” номинацияһында тәүге өсәү исемлегенә Салауат ҡалаһынан “Алмаз” спорт мәктәбе лә ингән. Уның йөҙөү бассейнында республика һәм ил кимәлендә төрлө ярыштар ойошторола.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ