Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ихата боҙ майҙандарын ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге тураһында яҙып сыҡҡан.
«Бөгөн коробкаларҙы ҡышҡа әҙерләү ваҡыты тамамланды. Беҙҙә улар барыһы 231, быға катоктар, футбол һәм уйын майҙандарын да ҡушһаң, 499 була. Өфө әҙерлек буйынса отчет эшләне, белдереүҙәренсә, 84 коробка һәм 19 һырғалаҡтың барыһы ла ҡыш миҙгеленә әҙер, көндәр һыуытыу менән уларҙы туңдыра башлайбыҙ» – тигән төбәк башлығы.
Радий Хәбиров шулай уҡ республикала яңы коробкалар төҙөү һәм иҫке, авария хәлендәгеләрен төҙөкләндереү эше дауам итеүен билдәләгән. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, тиҙҙән Өфөнөң Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» скверында яңы хоккей коробкаһы барлыҡҡа киләсәк.
"Тиҙҙән боҙға! Конькиҙарҙы үткерләргә ваҡыт, йәш юлаевсылар, ә яҙғыһын Өфө футбол клубы секцияларында ла яңы ағзалар көтәбеҙ" - тип тамамлаған һүҙен төбәк башлығы.





