Радий Хәбиров Хәйбулла районындағы автобус туҡталҡаһын яңынан эшләргә ҡушты

Объект хаҡы кәм тигәндә ике тапҡырға арттырырып күрһәтелгән. Өҫтәүенә, ул билдәләнгән проект менән бөтөнләй тап килмәй.

Фото №1 - Радий Хәбиров Хәйбулла районындағы автобус туҡталҡаһын яңынан эшләргә ҡушты

Радий Хәбиров аҙна йыһан үткәрелгән оператив кәңәшмәлә был хәлгә юл ҡуйыусыларҙы асыҡларға ҡушты. Хәйбулла районында йөҙ мең һумға автобус туҡталҡаһы төҙөүҙәре тураһында хәбәр таралғас республика етәксеһе контроль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен ебәргән.

Асыҡланыуынса, районда 958 мең һумға 10 туҡталҡа төҙөлгән. Йәғни, һәр береһе 95 мең һум тирәһе. Радий Хәбиров бындай тәртипһеҙлектәргә юл ҡуйыусылар менән эшләргә теләмәүен әйтте.

Автор: Айнур Кәбиров.

Волна
Акции БСТ