Янғын ҡабатланмаһын. Ун көн элек улар йәшәгән торлаҡта ут сығыу осрағы теркәлде, 11 кеше йәрәхәтләнде. Янғындан һуң байтаҡ ҡына ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан тирә-яҡ һаман тәртипкә килтерелмәгән, электр сымдары аяҡ аҫтында балалар өсөн хафаланабыҙ ти йортта йәшәүселәр. Уттан зыян күргән йортта ремонт ҡасан көтөлә? БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.
7 ноябрь ялҡын телдәре Дмитриев урамындағы йорттоң өс ҡатын ялмап ала. Янғында 11 кеше һөрөмгә ағыуланып дауаханаға оҙатыла. Мәғлүм булыуынса, ут коридорҙа торған иҫке диванға тәмәке төпсөгө төшөүе һөҙөмтәһендә башланған. Ғәҙәттән тыш хәлдә саманан тыш алкоголле эсемлектәр менән мауығып социаль яуаплылыҡ тойғоһон юғалтҡан күршеләрҙең береһе ғәйепләнә.
Уттың һуңғы осҡоно һүндерелгәнгә 10 көн үтеүгә ҡарамаҫтан, 6-сы, 7-се, 8-се һәм 9-сы ҡаттар һаман да шайтан аяғын һындырырлыҡ хәлдә. Коридорҙар ҡоромда, электр ваҡытлыса селтәргә тоташтырылған. Аяҡ аҫтында сымдар. Токтан һуғылыуҙан ҡурҡабыҙ ти йортта йәшәүселәр.
Йортта йәшәүселәр идарасы компания хеҙмәткәрҙәрен битарафлыҡта ғәйепләй. Күп тапҡыр мөрәжәғәт итеүебеҙгә ҡарамаҫтан янғын эҙмтәләре бөтөрөлмәй, ти улар. Йорт Өфөнөң Совет районы торлаҡ хужалығы идаралығына ҡарай. Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында беҙ уның етәкселеген борсоноҡ. Баҡтиһәң, ут сығып ҡором эсендә ҡалған йорт капиталь ремонт программаһына эләккән.
Ремонт программаһы буйынса йорттоң подъезы тулыһынса төҙөкләндерелә, беренсе ҡат иҙәненә плитка түшәү ҡарала. Коридор стеналары яңынан биҙәкләү, ағас тәҙрәләрҙе пластикка алмаштырыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын яңыртыу ҡаралған.




