Трасса буйынса хәрәкәт иткән “Мазда” автомобиле юл ситенә сығып осҡан. Машинаға 23 йәшлек егет идара иткән. Аварияла уның 45 йәшлек әсәһе һәләк булған. Водитель йәрәхәтләнгән һәм дауаханаға оҙатылған.
Үткән тәүлектә республикала 14 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, имгәнеүселәр бар, тип хәбәр итә автоинспекторҙар.




