Өфөнөң көнсығыш ҡапҡаһы 2023 йылға тиклем асылыуы ихтимал

Бөгөн Мәскәүҙә төҙөлөш эштәрен тергеҙеү тураһында Башҡортостан менән ВТБ банк араһында концессион килешеүгә ҡул ҡуйылды. Мәскәүҙә барған «Рәсәй саҡыра!» инвестиция форумында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Фото №1 - Өфөнөң көнсығыш ҡапҡаһы 2023 йылға тиклем асылыуы ихтимал

Ике федераль трассаны тоташтырасаҡ күләмле проект автомобилдәр өсөн тоннель, Өфө йылғаһы аша күпер, М-5 трассаһына тиклем юлды үҙ эсенә ала. Объект аша йөрөү түләүле булыр тип көтөлә. Концессионер объектты файҙаланыуға тапшырып, йыйылған аҡсаны тулыһынса республика бюджетына күсерә. Төҙөлөш өсөн 34 миллиард ярым һум аҡса талап ителә, шуның 20 миллиарды федераль бюджеттан.

Автомобиль тоннелен төҙөү 1992 йылда башлана. Аҡса булмау һөҙөмтәһендә эштәр 2007 йылда туҡтатыла. Йыл һайын тоннелде хеҙмәтләндереү өсөн бюджеттан 300 миллион һумға яҡын аҡса бүленә. Бөгөнгә объекттың техник әҙерлеге 54 процент тәшкил итә.

ВТБ идараһы етәксеһе Андрей Костин билдәләүенсә, килешеү автоһәүәҫкәрҙәр һәм урындағы халыҡ өсөн генә түгел, шулай уҡ уҡ бизнесҡа ла ыңғай һөҙһөмтә бирәсәк.

Автор: Илдар Байбулатов.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ