Өфөлә 232-се балалар баҡсаһының элекке мөдиренә хөкөм ҡарары сығарылды

Ул мутлашыуҙа ғәйепләнә.

Фото №1 - Өфөлә 232-се балалар баҡсаһының элекке мөдиренә хөкөм ҡарары сығарылды

2017 йылдан башлап 2018 йылға тиклем етәксе ҡатын 10-дан ашыу тәрбиәсегә премия яҙа. Әммә ул аҡсаларҙың бер өлөшөн үҙенә кире ҡайтарыуҙы талап итә. Хеҙмәткәрҙәр аҡсаны банк картаһына күсерә. Мөдир 500 мең һум үҙләштерә.

Ҡатын ғәйебен тулыһынса таныған. Ул шартлы рәүештә 3 йыл ярымға иркенән мәхрүм ителгән. Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, ул зыянды ҡаплатмаған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ