Уҙған йома Өфөлә биш кеше, шул иҫәптән ике бала, һөрөм газынан ағыуланып, дауаханаға эләгә. Бәхеткә, уларға ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелә. Һәләк булыусылар юҡ. Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Октябрь проспектындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә теркәлгән күңелһеҙ осраҡ хаҡында киләһе видеояҙма.
"Подъезда елләтеү системаһында етешһеҙлектәр булған",- тип һүҙ башланы Илшат Билалов. Ир һаман шаңҡыу хәлендә. Кисә ул саҡ ғаиләһеҙ ҡалмай. Ике йәшлек ҡыҙын балалар баҡсаһынан алып ҡайтҡас, ванна бүлмәһенә инеп китеүен билдәләне. Сығыуына – ҡатыны, балалары аңын юғалтҡан, иҙәндә хәлһеҙ яталар.
Ғаиләһен хәүефһеҙ урынға сығарғансы, ир үҙе лә аңын юғалта. «Тиҙ ярҙам» машинаһында йәш ата-әсәне ике йәшлек ҡыҙҙары һәм бер айлыҡ ҡына улдары менән дауаханаға алып китәләр. Өлкәндәрҙе амбулатор тикшереүҙән һуң шул уҡ көндө өйҙәренә ҡайтаралар, әлегә сабыйҙар табиптар күҙәтеүендә ҡала, "ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янамай,"-ти яҡындары. Билдәле булыуынса, бәлә көнө күрше фатирҙа йәшәүсе ҡатын да һөрөм еҫенән зыян күргән. Әле ул да медицина учреждениеһында, хәле уртаса ауырлыҡта. Ваҡиға урынында иһә газ хеҙмәте вәкилдәре эшләй.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса углерод монооксиды концентрацияһы өс фатирҙа юғары булыуы асыҡлана. Күрше подъездарҙа кире күренеш күҙәтелмәгән.
Өлкәндәр бөгөн позитивҡа ла урын таба, был аңлашыла – ни тиклем генә күңелһеҙ осраҡ булмаһын, кеше ғүмерҙәре ҡотҡарыла. Сабыйҙарҙың да хәлдәре яҡшырған. Газ һиҙгерлек һәм уяулыҡ талап итә, шуға күрә газ ҡорамалдарын даими тикшереп тороу мотлаҡ. Ни тиһәң дә, һөрөм юғары хәүефле.




