Ошо көндәрҙә Архангел районында йәмәғәт ҡарамағында булған шишмә күпере юҡҡа сыҡҡан. Тимер баҫманы шишмәлә балыҡ үрсетергә теләгән эшҡыуар биш йыл элек үҙ аҡсаһына төҙөгән. 100 мең һумлыҡ ҡоролманың юғалыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Архангел районында балыҡ үрсетергә ниәтләнгән Вадим Зайцев Ҡурғаш ауылы эргәһендәге шишмәне 50 йылға ҡуртымға алған. Йүнсел ауыл халҡына ла эшҡыуарлыҡтан файҙа булһын тип үҙ аҡсаһына дөйөм файҙаланыу өсөн күпер төҙөй, сөнки күптәр шишмә һыуын ташып эсә. Ошо көндәрҙә күперҙе һүтеп урлап алып китәләр. Уңайлы баҫма булмағас шишмәгә төшөү мөмкин түгел.
Ҡурғаш ауылы эргәһендә күпер төҙөү өсөн 100 мең тирәһе аҡса сарыф ителә, баҫманың күп өлөшө тимер торбанан эшләнгән булған. Эшҡыуар фекеренсә, төҙөлөш материалдарын һатыуға оҙатыр өсөн йөк машиналары йәлеп ителеүе ихтимал.
Вадим Зайцев менән бергә күпер юҡлыҡтан ауыл халҡының да кәйефе төшә. Ҡоҙоҡ һыуы юшҡынлы булыуын иҫәпкә алып, Ҡурғаш шишмәһенән кеше өҙәлмәгән. Ауылда йәшәүселәр Ҡурғашта тороусыларҙың бындай аҙымға барырға йөрәге етмәҫ ине тип иҫәпләй.
Ҡурғаш ауылы эргәһендә файҙалы матдәләргә бай шишмәләр тағы ла бар, әммә унда барып һыу алыр өсөн әлеге-баяғы күпер юҡ. Шишмәләр тәрән булыуға бәйле, күпер урынына ағас йәки таҡта һалып ҡына мәсьәләнә хәл итеү мөмкин түгел. Үҙ аҡсаһына ауыл халҡы өсөн баҫма төҙөүсө эшҡыуарҙы ла табыу икеле.




