Төп тема-“Конфессиональ-ара татыулыҡ: Рәсәй һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһында ҡатнашыусы илдәр тәжрибәһе”.
Форум сиктәрендә Евгений Примаков исемендәге халыҡ-ара премия тапшырыу тантанаһы ла була. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Татарстан Президенты Рөстәм Минеханов, ил төбәктәре башлыҡтары, абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша.







