«НЛО?»: Төнгө күктә билдәһеҙ объект

Социаль селтәрҙә Башҡортостанда төшөрөлгән видеояҙма тарала. Унда күктәге сәйер күренеш һүрәтләнгән. Күптәр яҙманы сит планета вәкилдәре менән бәйләп өлгөрҙө.

Фото №1 - «НЛО?»: Төнгө күктә билдәһеҙ объект

Төнгө күктәге яҡтылыҡ метеорит булыуы ихтимал тигән фараздар ҙа булды. Шул уҡ ваҡытта ерҙән осоролған ракета йәки уңышлы ракурстан төшөрөлгән пиротехника тиеүселәр ҙә табылды. Һәр хәлдә, бер нисә секундҡа пәйҙә булған төнгө ҡунаҡ халыҡтың иғтибарын йәлеп итеп өлгөрҙө.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ