Өфөлә Рәсәй Ислам иҡтисади форумы дауам итә

Уның төп темаһы - “Конфессия-ара татыулыҡ: Рәсәй тәжрибәһе һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының ҡатнашыусы илдәре”.

Фото №1 - Өфөлә Рәсәй Ислам иҡтисади форумы дауам итә

Әлеге минуттарҙа “Торатау” конгресс-холында форумдың пленар өлөшө бара. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сәләмләү һүҙен Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов уҡып ишеттерҙе. Конфессия-ара татыулыҡ Рәсәйҙең ныҡлығын тәьмин итә, ти Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты етәксеһе мөфтөй Тәлғәт Тәжетдин.

Өфөлә Рәсәй Ислам иҡтисади форумы дауам итә

Рәсәй Ислам иҡтисади форумында сит илдәрҙән делегациялар ҡатнаша. Төркиә вәкиле Адем Хәлит Эрен.

Өфөлә Рәсәй Ислам иҡтисади форумы дауам итә

Киләһе Ислам иҡтисади форумы Сәғүд Ғәрәбстанында уҙа.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ