27 сәғәткә тотҡарланғандан һуң АЙ Флай компанияһының самолеты Ҡытайға осто

343 пассажир шул иҫәптән 38 бала тәүлектән ашыу осошто көтөргә мәжбүр булды. Тәүҙә сәфәр 11 сәғәткә тотҡарланды, шуға ҡарамаҫтан самолетҡа һауаға күтәрелергә рөхсәт булманы.

Фото №1 - 27 сәғәткә тотҡарланғандан һуң АЙ Флай компанияһының самолеты Ҡытайға осто

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, рейстың тотҡарланыуҙың сәбәбе транспорт сараһындағы техник етешһеҙлеккә бәйле. Пассажирҙар йылы аш һәм эсемлектәр менән тәьмин ителде. Төнгөлөккә барыһы ла ҡунаҡханаға урынлаштырылды.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ