10 кеше һәләк булған, 98-е йәрәхәттәр алған. Был турала бөгөн Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде. Үлемесле авариялар Өфө, Нефтекама ҡалаларында, Иглин, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө һәм Бөрө райондарында теркәлде. Юлдарҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең күбеһе һауа торошона бәйле, тине республика транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Кисә Көньяҡ-Урал- Магнитогорск трассаһында аварияла һәләк булған 4 кешенең 3-әүһе- Сибай ҡалаһынан. Уларҙың ғаиләһе, яҡындары менән эш алып барыла, тине ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.
Республика башлығы Радий Хәбиров легаль булмаған транспорт төрҙәрен контролгә алырға ҡушты.




