Ауырғазы районы Талбазы ауылы янында «Башҡортостанда урман картаһы» мобиль ҡушымтаһын һынап ҡаранылар

Ул урман участкалары тураһында теүәл мәғлүмәт алыу өсөн уңайлы. Интерактив карта ярҙамында кварталдарҙың үҙенсәлектәрен асыҡларға, һалынған сикләүҙәр, башҡарылған урман хужалығы эштәре, айырыуса һаҡланған биләмә, муниципаль район сиктәрен күрергә, шулай уҡ ҡануниәтте боҙоу осраҡтарын фотоға төшөрөп уны теркәү мөмкинлеге бар.

Фото №1 - Ауырғазы районы Талбазы ауылы янында «Башҡортостанда урман картаһы» мобиль ҡушымтаһын һынап ҡаранылар

Һынау системаның техник нескәлектәрен тулыһынса асыҡлау маҡсатында уҙғарылды. Уның һөҙөмтәһендә мобиль ҡушымтаның теүәл эшләүе билдәләнде. Мобиль ҡушымта андроид һәм айос операцион системалары өсөн тәғәйенләнгән.

Уны республикала йәшәүсе һәр кеше үҙенең смартфонына күсереп ҡуя ала. Ҡушымта ярҙамында урманды законһыҙ киҫеү, янғын йәки башҡа етешһеҙлектәр тураһында хәбәр итергә мөмкин.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ