Шулай уҡ спиртлы эсемлек һатырға ярамаған көндәрҙә лә рейдтар уҙғарыу ҡарала. Яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон байрамдарға тиклем ҡабул ителәсәк.
Был йөкләмәне республика етәксеһе, сәйәси партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров бирҙе. Төбәктә алкоголһеҙ байрамдар уҙғарыу тәжрибәһе бар һәм ул һөҙөмтәле. Белем көнө, сығарылыш балдары, һабантуйҙар мәлендә енәйәтселек күпкә кәмегән. Байрам өҫтәлдәре урынына властар күләмле мәҙәни һәм спорт саралары ойоштороу тәҡдим итә.





