Көн тәртибенә ике һорау сығарылды. Ултырышта Ҡариҙел районы башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитетының эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Ултырыш барышында район мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуға арналған видеояҙма күрһәтелде. Яңғыраған сығыштар рус теленә тәржемә ителде.







