Бөгөн Алыҫ Көнсығыштан республикаға ҡайтҡан вахтасылар килеп тыуған тотҡарлыҡтарҙан һуң тәүге эш хаҡын алды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, финанс проблемалары килеп тыуған «Өфөнефтемаш» предприятиеһы эшселәре тейешле эш хаҡын ала алмай, забастовка иғлан иткәйне. Был ваҡиғанан һуң боҙ урынынан ҡуҙғала. Эш биреүсе, ниһайәт, нисәмә айҙар тыуған яҡтарына ҡайта алмаған вахтасыларға самолетҡа билет алды. Бөгөн Өфөгә ҡайтҡан бер төркөм эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләнгән.

Фото №1 - Бөгөн Алыҫ Көнсығыштан республикаға ҡайтҡан вахтасылар килеп тыуған тотҡарлыҡтарҙан һуң тәүге эш хаҡын алды

Рәмил Әҙеханов, «Өфөнефтемаш» предприятиеһы эшсеһе: “Күпме булһа ла хеҙмәт хаҡын түләүҙәре, әлбиттә, ҡыуандыра. Октябрь өсөн иҫәпләштеләр. Ҡалған аҡсаның ошо арала биреләсәген әйттеләр. Ноябрь өсөн аҡса түләнмәүен улар был айға табель тултырылмауы менән аңлатты”.

Беҙҙең телеканал тап Рәмил Әҙехановтың видеомөрәжәғәте нигеҙендә сюжет әҙерләп күрһәткәйне. Вахтасыларҙың «аманат»ҡа алыныуы тураһында яҙма аҙна башында эфирға сыҡты. Уҙған төндә «Өфө» аэропортына Алыҫ Көнсығыштан 11 эшсе ҡайтып та етте. Әммә әлегә «Өфөнефтемаш» компанияһында эшләүсе вахтасыларҙың күбеһе тыуған яҡтарынан меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡта ҡала бирә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ