30 ноябрҙә Күметау ҡалаһында «Лексус» автомобилендә ике бер туған ҡыҙҙы йәйәүлеләр өсөн тротуарҙа бәрҙергән водитель тиҙлекте арттырғаны өсөн ун тапҡырҙан ашыу административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Яҡынса тикшереүҙәр буйынса, Күмертауҙа теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе 47 йәшлек ирҙең иҫерек булыуы асыҡланған. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Ҡыҙҙар үҙ юлы менән атлап барған, ниндәй ҙә булһа хәүеф-хәтәр янауы тураһында башына ла индермәгән. Улар артынан уҡ Вокзал урамынан «Лексус» автомобиле елдерә. Ҡапыл ҙур тиҙлектә килгән автомобиль юлдың ҡаршы һыҙатына сыға һәм күҙ асып йомған арала тротуарға оса. Башта беренсе, һуңынан икенсе ҡыҙ баланы бәрҙерә.
Водитель автомобилгә идара итеү һәләтен юғалта, руль артына алкоголь ҡулланғандан һуң ултырыу ҙа яҡшыға килтермәй. Медицина тикшереүе барышында уның рулгә эскән килеш идара итеүе асыҡланған. «Лексус» автомобиле тәгәрмәстәре аҫтында ҡалған ике ҡыҙ баланы ашығыс ярҙам машинаһы дауаханаға алып китә. Ҡыҙҙарҙың береһе тән йәрәхәттәре ала, ә уның 9 йәшлек апаһы Луиза реанимация бүлегенә эләгә.
Әлеге ваҡытта бала ишетә, күрә һәм һөйләшә. Ҡыҙҙың әсәһе беҙҙең менән камераһыҙ ғына аралашырға ризалашты. Әсә өсөн иң мөһиме – балаһын тиҙерәк һауыҡтырып аяҡҡа баҫтырыу. Ҡатын әйтеүенсә, водитель ҡылған эше өсөн ғәфү үтенгән һәм ярҙам да тәҡдим иткән.
Әммә күпме генә көтһәк тә, беҙгә шылтыратыусы булманы. Беҙ Күмертау эшҡыуары Вадим Решетневтың тиҙлекте арттырғаны өсөн күп тапҡырҙар яуаплылыҡҡа тарттырылғаны хаҡында белдек. Әммә 30 ноябрҙә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһына юғары тиҙлекме, эскелекме, автомобилдең техник торошо сәбәпсеме икәнен белгестәр асыҡлаясаҡ.
Күмертауҙа теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында бәлиғ булмаған баланы тапаған водителгә ҡарата суд тейешле ҡарар сығарасаҡ. Теүәл ун көндән водитель организмында наркотик һәм алкоголь мәтдәләрҙе асыҡлаған анализдар ҙа әҙер буласаҡ.




