Йөк ташыусылармы, әллә вәхшиҙәрме? Йөк ташыусы булып эшләгән ирҙәр лифты емергән. Улар күрһәткән матди зыян 37 мең һумдан ашыу тип иҫәпләнә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Был яҙманы подъезд һәм лифт эсендә ҡуйылған камералар яҙҙырып ала. Тәү ҡараштан ябай йөк ташыусылар күсенергә ярҙам итә. Ләкин ни өсөндөр уларҙы лифттың кабелдәре ҡыҙыҡһындыра? Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамының 11-се йортонда йәшәүсе Венер Ҡорбанов фекеренсә, лифт эшләмәһә, йөк ташыусыларҙың эш хаҡы арта.
Тимәк, был аҡса эшләү ысулымы? Вандалдарҙан йортта йәшәүселәр генә түгел, коммуналь хеҙмәткәрҙәр ҙә зарлана. Нәҡ уларға лифтты ремонтларға тура килә. Әйткәндәй, тәртип боҙоусылар ҙур зыян килтерә. "Өфө Лифт" компанияһы белешмәһенә ярашлы, ремонт эштәренә йортта йәшәүселәр 37 мең һумдан ашыу аҡса түләй.
Осраҡ буйынса төҙөлгән ғариза полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла. Енәйәт билдәләре юҡ тигән дәлил менән тикшереү эштәре туҡтатыла.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы кешеләрҙе һаҡсыл булырға саҡыра. Вандалдарҙы иһә штраф түләтеү, йәки мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙәре ихтимал.




