Һүҙ тәү сиратта физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу хаҡында бара. Оператив кәңәшмәлә инцидент системаһының эшмәкәрлеге, бюджетты һалым менән тулыландырыу, Яңы йыл байрамдарына әҙерлек менән бәйле һорауҙар ҡаралды. Көнүҙәк темалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ябай ғына хәрәкәттәр Илдар Хәтмуллинға еңел бирелмәй, ҡыҙыу нөктәләге хеҙмәт үҙе хаҡында иҫкә төшөрөп тора. Әммә ул бирешмәй, ҡумталарҙы ювелирҙарса оҫталыҡ менән тигеҙ, матур итеп ҡырҡырға, йәбештерергә тырыша. Предприятиела эшләгән 28 кешенең 16-һы инвалид, берәүҙәре күрмәй, икенселәре ҡолаҡҡа ҡаты, өсөнсөләренең хәрәкәт ағзалары зарарланған. Әммә был эштең сифатында сағылмай. Оҫталар эшләгән ҡумталар донъяның төрлө төбәктәренә оҙатыла.
Әммә барлыҡ предприятиелар ҙа инвалидтарҙы ҡолас йәйеп көтөп тора тип әйтеп булмай. Әле республикала эшкә яраҡлы 74 мең тирәһе инвалид иҫәпләнә, уларҙың 22 проценты ғына эш менән тәьмин ителгән. Ыңғай динамика бар, әммә тейешле кимәлдә түгел. Дөйөм алғанда республикала 268 мең инвалид иҫәпләнә, уларҙың 17 меңе балалар. Премьер-министр урынбаҫары билдәләүенсә, Башҡортостанда киләсәктә 30 көндөҙгө мәшғүллек үҙәге асыу ҡаралған. Уларҙың өсәүһе яңы йылдан һуң үҙ ишектәрен аса. Был үҙәктәрҙә физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе яңы һөнәрҙәргә, кәсептәргә өйрәтеү күҙаллана.
Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе бигерәк тә Салауат, Ишембай ҡалаларында киҫкен тора. Республика башлығы милли проекттар буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙең үтәлешенә ризаһыҙлыҡ белдереп, проблеманы 20 декабрҙә уҙасаҡ Координация Советы ултырышында тикшереү бурысын ҡуйҙы.
Оператив кәңәшмәлә инцидент системаһының эшмәкәрлеге хаҡында ла һүҙ барҙы. Йыл башынан алып халыҡтан 75 мең тирәһе мөрәжәғәт ҡабул ителгән, уларҙың күп өлөшө юлдарға, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, торлаҡ-коммуналь тармаҡҡа ҡағыла. Әйткәндәй, ил буйынса алғанда Башҡортостанда автоматлаштырылған программа программа иң уңышлы эшләй тип баһаланған. .
Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, физик шәхестәрҙән транспорт, мөлкәт, ер һалымдары йыйыу артҡан, миллион ярым тирәһе ер участкаһына кадастр баһаһы бирелгән. Радий Хәбиров күрһәткестәрҙе арттырырға, ә яңы йыл байрамдарына майҙандарҙы ваҡытында әҙерләү һәм каникулдарҙа суррогат эсемлек һатыусыларға ҡаршы көрәшеү бурысын ҡуйҙы.






