Өфөнөң Ағиҙел йылғаһында балыҡсы батып үлгән

64 йәшлек ир боҙ аҫтына киткән.

Фото №1 - Өфөнөң Ағиҙел йылғаһында балыҡсы батып үлгән

Фажиғә Козерас ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында теркәлә. Балыҡсыны дуҫтары ҡотҡарырға тырыша, ләкин өлгөрмәй. Ҡотҡарыу отряды килеп еткәнсе, балыҡсы һәләк була. Ирҙең кәүҙәһен водолаздар эҙләй.

Граждандарҙы яҡлау идаралығы һауа торошоноң йылыныу осоронда рөхсәт ителмәгән урындарҙа йөрөмәҫкә кәңәш итә. Әгәр ваҡиға шаһиты булһағыҙ, ашығыс рәүештә ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға кәрәк.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ