Тышта ҡар яуа, ҡыйыҡтан боҙ ҡойола. 101-се йорттан сығып барған Илмира Хәсәнованың баш мейеһе йәрәхәтләнеп дауаханаға эләгә. Йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма вәкилдәре ҡыйыҡты көн аралаш ҡарҙан таҙартып торған осраҡта ла хәүефһеҙ шарттар булдырыу мөмкин түгел тигән фекерҙә. БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Бәлә аяҡ аҫтында ғына түгел. Өфөлә йәшәүсе юрист Илмира Хәсәнованың башына уйламаған ерҙән ҡар ишелә. Зыян күреүсе шаңҡыуҙан, тиҙ ярҙам хеҙмәте саҡыртмай, юлын дауам итергә теләгән, әммә бер нисә минуттан уның күҙ алды ҡараңғыланып, башы әйләнә башлай.
Ярай әле балаларым машинала ултырып ҡалғайны тип хәтерләй зыян күреүсе. Табиптар өлкән кешенең баш мейеһе йәрәхәтләнерлек боҙ киҫәге кескәйҙәр өсөн күпкә ҡурҡыныс эҙемтәгә килтереүе менән хәүефле булыр ине тип билдәләй. Әле ваҡытта Илмира Хәсәноваға талап ителгән медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Ҡыйыҡтан ҡар төшөү сәбәптәренә килгәндә Чернышевский урамындағы йорт насар хеҙмәтләндереүгә генә ҡайтып ҡалмай. Идарасы компания ҡар һәм боҙ ҡалдыҡтарын ҡағиҙәгә ярашлы график буйынса таҙарта.
Чернышевский урамындағы йорт 1952 йылда уҡ төҙөлгән. Ошо уҡ йылдарҙа һалынған күрше биналарҙа хәүефһеҙлек кәртәләре ҡаралған. Ә кәртәләнмәгән 101-cе йорт тирәһен махсус техникалар ярҙамында таҙартырға тура килә.




