Республикала тағы бер балыҡсы һыуға батып үлгән

Йоҡа боҙҙа балыҡ ҡармаҡлаған ваҡытта ул йылғаға төшөп китә һәм кире сыға алмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, быйылғы ҡышта бындай осраҡтар йышайған.

Фото №1 - Республикала тағы бер балыҡсы һыуға батып үлгән

Дөйөм алғанда, әлегә 15-ләп хәл теркәлгән. Ведомство рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, боҙҙоң ҡалынлығы 10 сантиметрҙан да кәм булмаған осраҡта ғына уны хәүефһеҙ тип иҫәпләргә мөмкин.

Республикала тағы бер балыҡсы һыуға батып үлгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ